Render time: 0.1165 s
Ваш город: Уфа

Отзывы и благодарности

Путь в тысячу миль начинается с одного шага!

8910
 

Өфөбөҙ бигерәк матур!

1435239498_16-1-davlekanV класс уҡыусылары менән Өфөгә сәйәхәт ҡылырға тигән хыялыбыҙ көтмәгәндә тормошҡа ашты: лицей-интернаттың 50 йыллыҡ юбилейы уңайынан “Доплайн” туристик компанияһы экскурсия ойошторҙо.

Беҙҙе милли батырыбыҙ Салауат Юла­ев­тың Ағиҙелдең текә ярында урын­лашҡан мөһабәт һәйкәле ҡаршыланы. Унан йәмле Өфөгә аяҡ баҫ­тыҡ. Бигерәк матур беҙҙең баш ҡала! Ул һаман да күркәмләнә, төҙөк­ләндерелә. Өфө буйлап сәйәхәт Дуҫлыҡ монументынан башланды. Бында беҙгә ҙур бүләк яһаған “Доплайн” туристик ком­панияһы директоры Гөлниса Аҡбашева менән осрашҡас, юлды Иҫке Өфө буйлап дауам иттек. Экскурсовод Гүзәл һы­лыу беҙҙе тарихи урындар менән та­ныштырҙы, бихисап мауыҡ­тырғыс мәғлүмәт бирҙе. Артабан Салауат Юлаев һәйкәленә табан йүнәлдек. Ба­шын ғорур күтәреп арғымаҡта сабып бар­ған, ҡасандыр тыуған ере, азатлыҡ өсөн көрәшкән милли батырыбыҙ һы­ны­на һоҡланып ҡарап торҙоҡ, фотоға төштөк. Артабан “Макдональдс”та тамаҡ ял­ғаныҡ. Унда Гөлниса Шамил ҡыҙы ба­ла­ларға волейбол, футбол уйындары өсөн туп, уҡыу әсбаптары, портфель бүләк итте, яҡшы уҡырға, сит телдәр өй­рәнергә кәрәклеге хаҡында әйтте. Унан “Родина” кинотеатрында мажаралы фильм ҡараныҡ. Дим ҡасабаһындағы 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы музейы ла балаларға ифрат оҡшаны. Көн бик тиҙ үтте. Баш ҡалаға сәйә­хәт­тән рухи көс, күңел көрлөгө алып ҡайт­тыҡ. Шуныһы ҡыҙыҡ: “Доплайн” хеҙ­мәткәрҙәре менән хушлашып, автобуста ҡуҙғалып ҡына киткәйнек, ямғыр яуып ебәрҙе. Әйтерһең дә, Аллаһ Тә­ғәлә беҙгә аҡ юл теләй һәм туристик ком­пания хеҙмәткәрҙәренең изге эшен тәбрикләй ине. Балаларға онотолмаҫ сәйәхәт ойошторған “Доплайн”дың директоры, яҡташыбыҙ Гөлниса Аҡба­ше­ваға, ихлас хеҙмәткәрҙәренә ҙур рәхмәт белдерәбеҙ, эштәрендә уңыш теләйбеҙ.

Гөлсәсәк ШӘРИПОВА, лицей-интернат уҡытыусыһы. Район: Дәүләкән ҡалаһы. Выдержка из газеты "Башкортостан" от 27 июня 2015 г.

Рассчитать
стоимость индивидульного тура

Оставить заявку

узнайте сколько стоит ваше путешествие

Аэрофлот 2

Шри-Ланка Аэрофлот

Доплайн Сегодня

Реестр туроператоров
РТО 013123
Акредитованный агент Транспортной Клиринговой Палаты №10 UFA
Аккредитована МИД России
Акредитованный агент IATA
№ 92222896

От выбранного города зависят цены, адреса офисов и способы связи

Ваш город —Уфа?
Да Изменить
Яндекс.Метрика